Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2022, 18:04

Радий Хәбиров бөгөн "Патриот" паркында уҡыусылар менән осрашты

Бында Шишмә, Туймазы һәм Краснокама райондарынан килгән 10-сы класс уҡыусыларының 2022 йылдағы һуңғы биш көнлөк уҡыуҙары тамамлана.  

Радий Хәбиров бөгөн "Патриот" паркында уҡыусылар менән осрашты
Радий Хәбиров бөгөн "Патриот" паркында уҡыусылар менән осрашты

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында урынлашҡан Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында булды. Радий Фәрит улы медицина, тактика күнекмәләре буйынса дәрестәргә йөрөнө, шулай уҡ уҡыусыларҙың парашют башняһынан һикереүҙәрен күҙәтте. Әңгәмә барышында Республика Башлығы курсанттарҙан туҡланыу һәм йәшәү шарттары тураһында һорашты. Егеттәр әйтеүенсә, улар өсөн көнөнә биш ҡайнар аш ойошторолған, казармала йәшәү шарттары бик яҡшы.

- Һеҙ -буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар. Һәм ҡорал менән эш итә, тәүге медицина ярҙамы күрһәтә белергә, хәрби оҫталыҡ алырға тейешһегеҙ. Буласаҡ һөнәрегеҙ икенсе йүнәлештә булһа ла, бөгөн алған тәжрибә артыҡ булмаҫ, - тине ул уҡыусыларға.

Авангард үҙәге етәксеһе Никита Рекрут әйтеүенсә, 1 июндән үҙәктә 2100-ҙән ашыу уҡыусы уҡытылған. Быйылғы йылдың һуңғы уҡыуҙарында 167 бала ҡатнаша.

Артабан Республика етәксеһе "Патриот" паркын үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда "Альбит" подрядсы ойошмаһының директоры Сергей Минеев йыл аҙағына тиклем уҡытыусылар өсөн 30 кешелек ятаҡ төҙөлөп бөтәсәген хәбәр итте:

- Шулай уҡ спорт комплексы өсөн майҙан әҙерләнек. Әлеге ваҡытта 450 кешегә иҫәпләнгән ашхананың нигеҙе һалына. ГТО тапшырыу өсөн махсус майҙан эшләнек. Киләсәктә тағы ла смена аҙағында курсанттар йыйылып, хушлашыу кисәһе ойоштороу өсөн бәләкәй генә амфитиатр эшләргә тәкдим булды.

Алдағы йылдарҙа уҡыусылар һанын арттырыу өсөн яңы казармалар, тир төҙөү ҙә күҙаллана.

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы 2023 йылда 100 кешелек корпустар төҙөргә ярҙам алырлыҡ федераль программаның эш башлауын бәйән итте.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас в