Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2022, 17:22

"Минең яҙым һин икән"

Бик йәшләй вафат булған ике йырсыны бәйләүсе йыр яҙмышы...

"Минең яҙым һин икән"
"Минең яҙым һин икән"

Кисәге көн Татарстандың атҡаҙанған артисы Эльмира Сөләймәнованың вафаты тураһындағы яман хәбәр уның ижадына ғашиҡ, ғөмүмән йыр яратыусы кешеләрҙе тәрән ҡайғыға һалды. 40 йәшлек йырсы һуңғы арала сирләп торған.

Эльмира Сөләймәнова бынан бер нисә йыл элек "Минең яҙым һин икән" йыры менән Өфөлә, "Башҡорт йыры" концертында ҡатнашҡан ине. Ул йырҙың аяныслы тарихы ла бар. Зифа Нагаева ижад иткән был хитты Вәсилә Фәттәхова өсөн ире Илгиз Ғәбдраҡипов 2015 йылда алған була. Тик уны йырсы сығарып өлгөрмәй, бала тапҡандан һуң өҙлөгөп, вафат була. Илгиз  ҡатынының иҫтәлегенә бағышланған концертта Эльвира Сөләймәнованан ошо йырҙы башҡарыуын һорай.

"Вәсилә лә, Эльмира ла үҙенсәлекле талан эйәләре: уларҙың тауышын бер кем менән дә бутау мөмкин түгел. Ниндәйҙер драматизм хас, тембр үҙенсәлектәре лә бар. Шуға ла Вәсиләнең халыҡҡа сығарып өлгөрмәгән йырҙарын Эльмираға биргем килә," - ти ул концерттан һуң биргән интервьюһында.

Тамашасылар, ысынлап та, йырҙы бик йылы ҡабул итә. Ул күп кенә хит-парадтарҙа еңеү яулай.

Йырҙа яңғыраған һүҙҙәр васыят кеүек яңғырай бөгөн:

"Йәшәйек ғүмерҙе яҙ итеп,

Яратылып, яратып...."

Ике талантлы йырсының ваҡытһыҙ вафат булыуы ғына йәнде әрнетә. Тыныс йоҡлағыҙ, моңло ҡыҙҙар!

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: