Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2022, 07:00

“Карамелле сәтләүек” торты

Был тәмлекәсте әҙерләү еңел генә.

“Карамелле сәтләүек” торты“Карамелле сәтләүек” торты
“Карамелле сәтләүек” торты

Карамель өсөн: 240 г шәкәр, 60 мл һыу, 100 г 25 процентлыҡ ҡаймаҡ, 60 г аҡ май, 100 г ҡыҙҙырылған арахис.

Крем өсөн: 500 г 25 процентлы ҡаймаҡ.

Печенье һәм 400 г һөт кәрәк.

Һауытҡа шәкәр, һыу һалып, утҡа ҡуйырға ла, һарғайғанса болғамай ғына ҡайнатырға. Уттан алып, шунда уҡ аҡ май өҫтәп, болғатырға һәм ҡаймаҡ ҡушырға. Яҡшылап бутағас, карамелде һалҡын урынға ҡуйып торорға. Һыуынғас, уның 1/3 өлөшөн ваҡланған арахисҡа ҡушып болғатырға, ә ҡалғанын кремға тигән ҡаймаҡҡа ҡушырға һәм 5 минут болғарға (миксерҙа яҡшыраҡ).

Махсус пленка йәйеп, тортты төҙөй башларға: тәүҙә арахислы карамель һалып, тигеҙләргә. Шунан һөткә манылған печенье йәйергә, артабан – крем, тағы – печенье. Шулай сиратлап ҡатларға. Иң өҫтә печенье булырға тейеш.

2 – 3 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Әҙер тортты түңкәрергә лә пленканан алырға. Теләк буйынса ситенә лә крем һыларға була. Ҡалған печеньены ваҡлап та биҙәй алаһығыҙ.

Тәмлекәсегеҙ тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас