+9 °С
Ясна
17 декабрҙә урыны менән бер аҙ ҡар яуа, көндөҙ көнбайыш райондарҙа уртаса, айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ – 3-8 градус һалҡын.
18 декабрҙә ҡар, көндөҙ епшек ҡар, урыны менән көслө ҡар яуыуы, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Айырым райондарҙа буран сығыуы, электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе көтөлә. Юлдарға көрт һалыуы, боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 5–10 градус, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 15 градусҡа тиклем. Көндөҙ –0–5 градус һалҡын.
Фото: Т. Аманов