Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2022, 08:22

Изге доғалары ҡабул булһын!

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы халҡы аҡса йыйып, ил һаҡларға киткән ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, донъялар тыныс булһын, тип ҡорбан салдырған.

Изге доғалары ҡабул булһын!
Изге доғалары ҡабул булһын!

– Бөгөн ауыл мәсетендә,егеттәребеҙҙең ата-әсәләрен саҡырып, ҡорбан ашы ашаттыҡ. Йыйылған аҡсаның бер өлөшөнә ил һаҡларға киткән егеттәребеҙгә Яңы йыл күстәнәсе, апайҙарыбыз йөн ойоҡбаштар бәйләп ебәрергә ҡарар иттек. Дин әһелдәре аят-доғалар уҡып, оло йәштәге абруйлы ағайҙар изге теләктәрен еткерҙе. Салған ҡорбандар ҡабул булып, егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтһын, Аллаһ бирһә. Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ имен, күңелдәребеҙ тыныс булһын, илебеҙгә янаған афәт, ҡурҡыныс мәхшәр бөтһөн! – тип хәбәр итәләр Ишбирҙе ауыл клубы төркөмөндә.

Иншаллаһ ир-егеттәребеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын, ҡылған доғалары ҡабул булһын, изге ғәмәлдәре икеләтә сауап булып яҙылһын.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

                                                                                                                

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: