Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2022, 15:55

Боҙло ямғыр яуыуы һәм көслө ел сығыуы көтөлә

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә.

Боҙло ямғыр яуыуы һәм көслө ел сығыуы көтөлә
Боҙло ямғыр яуыуы һәм көслө ел сығыуы көтөлә

18 декабрҙә урыны менән көслө ҡар, көндөҙ боҙло ямғыр яуасаҡ. Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ. Ел тиҙлеге секундына 15-20 метр тәшкил итәсәк. Шулай уҡ ҡотҡарыусылар тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы хаҡында иҫкәртә.

Юлдарҙың айырым участкаларында 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей, урыны менән боҙлауыҡ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: