Республикала "Баҡсасылыҡ ширҡәтендә янғындар юҡ!" иҫкәртеү акцияһы дауам итә. Мин уның нәҡ ошо миҙгелдә, һыуыҡтар башланған мәлдә актуаллеге тураһында яҙғайным инде. Бөгөн коллегалары менән рейдҡа үҙем сыҡтым. Йыл һайын ҡышҡыһын дача һәм баҡса ширҡәттәрендә янғындар һаны 2,5 тапҡырға арта. Баҡсаларҙа үҙәк йылытыу юҡ, кешеләр электр уты ҡуллана, мейестәрҙе яға, баллондар менән килтерелгән газда аҙыҡ әҙерләй - был янғын сығыу буйынса өҫтәмә хәүеф тыуҙыра.
Быйыл республиканың баҡса йорттарында 360-тан ашыу янғын сыҡҡан, уларҙа 12 кеше һәләк булған. Янғын сығыуҙың йыш осраған сәбәптәре араһында ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын һәм мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу һаҡлана. Һәләк булғандарҙың 50 проценттан ашыуы иҫерек булған.
Иҫкәртеү рейдтары, айырым категория граждандарға янғын иҫкәртеүсе приборҙар биреүҙән тыш, беҙ баҡсалар эсендәге, ижатаға илткән юлдарҙың торошона ҙур иғтибар бүләбеҙ. Сөнки был янғын һүндереүселәрҙең эшендә төп әһәмиәткә эйә.
Фажиғәләргә юл ҡуймаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге сараларына иғтибарлыраҡ булырға саҡырам! Йортоғоҙҙоң торошон баһалағыҙ, электр ҡорамалдарына артыҡ көс төшөрмәгеҙ, мейестәрҙең һәм газ ҡорамалдарының төҙөклөгөн күҙәтегеҙ. Был - һеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙгә ҡағылышлы бик мөһим мәсьәлә.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!