- Көнөнә бер нисә тапҡыр тамаҡты алма һеркәһе (ярты стакан йылы һыуға бер ҡалаҡ 6 процентлы һеркә ҡойоп болғатырға) менән сайҡатырға. Иң һуңғыһын йоҡлар алдынан эшләргә кәрәк. Һәр саҡ тамаҡты сайҡатҡандан һуң 2 – 3 ҡалаҡ ошо иретмәне йотоп ҡуйырға мөмкин.
- Бер үк күләмдә лимон һуты менән балды ҡушып бутап, бер нисә минут тамаҡты сайҡатырға һәм шулай уҡ аҙағынан йотоп ҡуйырға.
- Шәкәргә һыу ҡушып, сироп эшләп, шуның менән тамаҡты сайҡатырға. Һыу урынына сей сөгөлдөр һутын ҡушырға мөмкин.
- Тамаҡ ауыртыуын сөйәл үләне менән ромашканан әҙерләнгән төнәтмә менән сайҡатыу тиҙ бөтөрә. Бының өсөн бер стакан һыуға берәр ҡалаҡ сөйәл үләне менән ромашҡа алына.
- Кемдәр тамағын сайҡата алмай, уларға бер стаканға ҡырғыстан үткәрелгән сөгөлдөр тултырып, 6 процентлы аш һеркәһе ҡушырға һәм бер сәғәт төнәткәндән һуң, һөҙөп алып, әҙ-әҙләп сэергә кәңәш ителә.
- Күперек тә бик яҡшы ярҙам итә. Уны әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ аҡ майҙы шул уҡ күләмдәге балға ҡушып бутарға, бысаҡ осонда ғына аш содаһы өҫтәп, күперек барлыҡҡа килгәнсе утҡа ҡуйып йылытырға. Был күперекте йылы килеш эсергә кәрәк.
- Прополистың спиртлы төнәтмәһе тиҙ ярҙам итә. Бының өсөн 10 г ваҡланған прополисты 100 мл 70 процентлы спиртҡа һалып, бер тәүлек бүлмә температураһында төнәтергә. Һуңынан бер ҡат марля аша һөҙөп, 2 балғалаҡ ошо тәнәтмәне ярты стакан йылы һыуға ҡушып тамаҡты сайҡатырға.
Шулай уҡ борсаҡ ҙурлыҡ прополисты ауыҙҙа тотоп, бер яҡтан икенсе яҡҡа күсереп торорға мөмкин.