Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2022, 15:01

“Алға” махсус иҡтисади зонаһының үҫеше билдәләнде

Ул 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә иң йылдам үҫешеүсе зона тип аталды.  

“Алға” махсус иҡтисади зонаһының үҫеше билдәләнде
“Алға” махсус иҡтисади зонаһының үҫеше билдәләнде

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәйҙең иҡтисади зоналарына инвестициялар йәлеп итеүҙең VI Милли рейтингын презентациялауҙа ҡатнашты. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса "Алға" махсус иҡтисади зонаһы (ОЭЗ) исемлектә 8-се урынды алды һәм дүрт пунктҡа күтәрелде. Бынан тыш ул сәнәғәт-етештереү тибындағы ОЭЗ араһында  иң йылдам үҫешеүсе статусын раҫланы. Рейтинг һөҙөмтәләре менән Рәсәйҙең кластерҙар, технопарктар Һәм ОЭЗ Ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко таныштырҙы. Уның билдәләүенсә, яңы булдырылған майҙансыҡтар элеккеләренә ҙур конкуренция булдыра башлаған.

- Мин айырыуса тулҡынланыу менән бер нисә йыл дауамында майҙансыҡтарҙың береһе инвестициялар йәлеп итеүсәнлек лидеры булыуын иғлан итергә теләйем. Ул йылдам үҫешеүсе майҙансыҡ, тап ошо күрһәткес буйынса быйыл  "Иң яҡшы -10" исемлегенә инде, инвестициялар йәлеп итеү өсөн конкуренцияның артыуын күрһәтте. Шулай итеп, ике йыл эсендә иҡтисади мөғжизә яһаған иң йылдам үҫешеүсе майҙансыҡ – Башҡортостан Республикаһындағы "Алға" махсус иҡтисади зонаһы, - тине Андрей Шпиленко.

Ассоциацияһы директоры билдәләүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ОЭЗ эсендә инфраструктура булдырыуға йүнәлтелгән эш әүҙем алып барыла. Бөгөн эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Мәҫәлән, ирекле таможня зонаһы инфраструктураһы булдырылған.

Үҙ сиратында Андрей Назаров модераторҙың, республика беренселекте нисек тота ала, тигән һорауына яуап биреп, Башҡортостандың Европала ла, Азияла ла урынлашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бынан тыш, бынан тыш, һәр кесаҙна өҫтөнлөклө исемгә дәғүә иткән һәр инвестиция проекты ҡаралыуын билдәләне.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: