Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2022, 12:26

"Йыл медицина хеҙмәткәре" билдәле булды

«Йәшлек» гәзите иғлан иткән «Йыл медицина хеҙмәткәре» конкурсы тамамланды.

"Йыл медицина хеҙмәткәре" билдәле булды
"Йыл медицина хеҙмәткәре" билдәле булды

 Конкурс бик әүҙем барҙы. Унда ҡатнашыусы барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә лә оло рәхмәтебеҙҙе еткереп, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ.

Интернет-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса, Ильфат Билалов 2444 тауыш йыйып, беренсе урынға сыҡты. Ильфат Тимерзаһит улы – 32 йыл хеҙмәт стажы булған  тәжрибәле табип.     Илеш районының  Үрге Йәркәй үҙәк дауаханаһында участка терапевты булып эшләй.  Уның тураһында мәҡәлә алдағы көндәрҙә гәзит битендә донъя күрәсәк. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: