Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2022, 09:17

Юл буйында - эҫе ҡоймаҡ

Дүртөйлө эшҡыуары тәгәрмәсле һатыу нөктәһе асыу теләге менән яна. Ул үҙенең ниәте тураһында "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса уҙған "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә һөйләне.

Юл буйында - эҫе ҡоймаҡ
Юл буйында - эҫе ҡоймаҡ

Проектта ҡаралғанса, эшҡыуар "тәгәрмәсле кафе" тәҡдим итә. Был - ризыҡты үҙең менән алып китеү принцибы менән эшләүсе һәм фаст-фуд әҙерләү ҡорамалдары менән йыһазландырылыусы прицеп тағылған бәләкәй киоск. Уны асыу ҙур сығым талап итмәй, килем тәүге көндән үк килә башлай. Иң мөһиме - уңайлы урынға ҡуйырға һәм хаҡын ентекле уйларға.

Ә йылы, яңы ғына ҡойолған ҡоймаҡ иһә һәр миҙгелдә лә актуаль. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар проектты хупланы һәм тәгәрмәсле киоск-кафены урынлаштырыу варианттарын тәҡдим итте.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәтенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: