Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2022, 10:00

Янғындар төндә сыға...

Бөгөн төндә, 04:30 сәғәттә, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Стәрлетамаҡта күп фатирлы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә.

Янғындар төндә сыға...
Янғындар төндә сыға...

Урынға тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килә. Хәүефле зонанан 15 кеше ҡотҡарылған, уларҙың өсөһө - балалар. Утты һүндергәндәр (бер фатирҙа бүлмә янған). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндереү барышында 1928 йылғы бабайҙың кәүҙәһе табылған, табиптар уның үлемен раҫлаған. Янғындың сәбәбен асыҡлайҙар.

Уҙған тәүлектә 30 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың 13-ө шәхси секторҙа булған (Мишкә, Бөрйән, Өфө райондарында йорт янған, Әбйәлил, Архангель райондарында - мунса, Өфөнөң Калинин районында фатирҙа сүп-сар, Ауырғазы районында өйҙә - матрас, Өфөнөң Октябрьский районында - газ плитәһе, Ленин районында фатирҙа йорт мөлкәте янған).

Уттан һаҡ булығыҙ!

Фото: 02.mchs.gov.ru.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: