

17 декабрҙә йәрминкәләр Хәҡиҡәт урамында (Таллин урамынан Ухтомский урамына тиклем); Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә; Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3,5,7-се һәм 20-се йорттар янында; «Тулҡын» паркы янында; Спорт һарайы алдында; Йәштәр һарайы алдында; Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда ойошторола. 18 декабрҙә йәрминкәләр «Тулҡын» паркы янындағы майҙандан тыш, үҙ эшен дауам итә.
Йәрминкәләргә Өфө халҡы иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем килә ала.
Фото: Т. Аманов