Өфө Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре "Йәмәғәт именлеге үҙәге" муниципаль ҡаҙна учреждениеһы инспекторҙары ҡатнашлығында баш ҡаланың мәғариф учреждениелары эргәһендә водителдәрҙең үткәүелдәрҙә йәйәүлеләргә өҫтөнлөк биреү-бирмәүен тикшерҙе, балалар һәм ата-әсәләр менән ҡала урамдарында һәм юлдарында хәүефһеҙлекте күҙәтеү, ҡараңғы ваҡытта яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы ҡулайламаларҙы файҙаланыу, балалар креслоһы тураһында әңгәмәләр үткәрҙе.
Бындай акциялар юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы тәртипкә өйрәтә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тағы бер ҡат иҫкә төшөрөргә ярҙам итә.
Фото: Ләйсән Исламғәлиева, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының ЮХХДИ бүлеге.