Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2022, 10:03

Йәштәр палатаһына кандидатуралар һайлана

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы етенсе саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаларына кандидаттарҙы һайлап алыу конкурсы процедураһы башланды. Депутаттар 20 кандидатураны раҫлаған: 10 кандидат – Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм тағы 10-ау Дәүләт Йыйылышы Президиумы тәҡдиме буйынса күрһәтелгән. Тағы 15 кеше кәрәк.

Йәштәр палатаһына кандидатуралар һайлана
Йәштәр палатаһына кандидатуралар һайлана

– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы 35 йәш кешенән тора. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, ҡалған 15 кандидатура конкурс йомғаҡтары буйынса һайланасаҡ. Конкурста ҡатнашыу хоҡуғына 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге Рәсәй Федерацияһы граждандары эйә.

Парламент спикеры билдәләүенсә, Палата составына үҙҙәренең вәкилдәрен индереү тураһындағы ғаризаларҙы сәйәси партиялар, йәмәғәт берләшмәләре, республиканың ҡала һәм район советтары ҡарамағындағы йәштәрҙең консультатив-кәңәшләшеү органдары ебәрә ала. Ғаризалар биреү срогы – 16 декабрҙән 25 декабргә (киске сәғәт алтыға) тиклем.

Конкурс өс этапта үткәреләсәк. Тәүге ике этап барышында комиссия тәҡдим ителгән проекттарҙы ҡабул итәсәк һәм тикшерәсәк һәм конкурстың өсөнсө этабына кәм тигәндә 25 кандидатты һайлап аласаҡ. Конкурстың өсөнсө этабында конкурс комиссияһы һайлап алған кандидаттар менән әңгәмә буласаҡ. Улар араһынан Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаларының 15-е һайлап алынасаҡ.

Ғаризалар биреү һәм конкурс үткәреү тәртибе, кандидаттарға талаптар һәм улар тәҡдим иткән проекттар менән Дәүләт Йыйылышының тейешле бүлегендә танышырға мөмкин, тип хәбәр итәләр ДЙ - Ҡ-ҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: