Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2022, 11:30

Водитель әбейҙе абайламаған, ахыры...

Иртәнге сәғәт ун бер тирәһендә Ҡалтасы районының Краснохолмский ауылында билдәһеҙ водитель артҡа табан хәрәкәт итешләй 79 йәшлек әбейҙе төрттөрөп, китеп барған. Йәрәхәтләнгән йәйәүле урындағы дауаханаға оҙатылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре водителде эҙләй. Бәлки, ул өлкән йәштәге ҡатынды абайламағандыр ҙа...

Водитель әбейҙе абайламаған, ахыры...
Водитель әбейҙе абайламаған, ахыры...

Ваҡиға шаһиттарын яҡындағы полиция бүлегенә йәки ошо номер буйынса 8 (347) 235-84-02 хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

Уҙған тәүлектә республика юлдарында һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа һигеҙ кеше зыян күргән.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: