Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2022, 16:00

Вәкийәрҙә йәнә - "ЧП"!

Ҡыйғы районында урынлашҡан был ауылда хайуандарҙың ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителеүе тураһында беҙ яңыраҡ яҙған инек. Хәҙер бында тағы бер эпизоотик усаҡ асыҡланды. Ауылда карантин дауам итәсәк - тейешле указ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең порталына һалынған.

Вәкийәрҙә йәнә - "ЧП"!
Вәкийәрҙә йәнә - "ЧП"!

 Яңы эпизоотик үҙәк Мәктәп урамы, 11 адресы буйынса Б.М.Шәкировтың шәхси хужалығында табылған. Карантин 19 декабрҙән алып КФХ-ла һәм ауыл буйынса индерелгән.

Тыйыу сараларын рәсми рәүештә сискәнсе карантинлы урынға эт-бесәйҙәрҙе индереү, ҡыр хайуандарын тотоу һәм уларҙы ситкә сығарыу ярамай. Район власына белгестәр менән ҡурҡыныс эпизоотик сирҙең барлыҡҡа килеүен асыҡларға һәм уны юҡ итергә саралар күрергә ҡушылған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: