Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2022, 22:10

Ултыртып алайыҡмы әллә?

Учалы районының Баттал ауылы юлында һеләүһен йөрөп ята.

Ултыртып алайыҡмы әллә?
Ултыртып алайыҡмы әллә?
 
Һеләүһен (рысь) — бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған һарғылт һоро төҫтәге йыртҡыс йәнлек; Австралиянан башҡа бөтә илдәрҙә урманда йәшәй, ваҡ йәнлектәр менән туҡлана торған эре йыртҡыс хайуан. Кешегә ташланыуы ла бар.
Һеләүһендең ҙурлығына килгәндә, ябай эт тиклем. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 80 – 130 сантиметр булһа, бейеклеге 70-кә етә. Өлгөргән ата һеләүһен 18 килограмдан 25-кә саҡлы тарта. Бик һирәктәре генә 30 килограмға етеүҙәре ихтимал. Инә һеләүһен иһә уртаса 18 килограмм була.
 
Фото: М.Шаһиев.
 
 
 
 
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: