Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2022, 23:15

Циклон яҡынлаша!

Хөрмәтле водителдәр! Беҙҙең төбәк йүнәлешендә ҡар циклоны килә һәм ул яҡын арала беҙгә килеп етәсәк.

Циклон яҡынлаша!
Циклон яҡынлаша!

"Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы" федераль дәүләт бюджет учреждениеһы хәбәр итеүенсә, иртәгә автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ, төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500 м һәм унан аҙыра буласаҡ. 18-19 декабрҙә республиканың күпселек райондарында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе, боҙло ямғыр көтөлә. Юлдарға көрт һаласаҡ, тайғаҡ, боҙлауыҡ буласаҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыясаҡ.

Ошоға бәйле баш автоинспектор Владимир Севастьянов водителдәргә мөрәжәғәт итте: 

- Тотороҡһоҙ һауа шарттарында водителдәргә юлдарҙа үтә иғтибарлы һәм һаҡ булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә кәрәк, киҫкен маневрҙар яһамаҫҡа. Шулай уҡ, мөмкин булғанса, тораҡ пункттарынан ситкә сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итәм.

Федераль һәм төбәк юлдарында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн юл-патруль хеҙмәте өҫтәмә экипаждарының дежур итеүен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул иттем.

Ҡар таҙартыу техникаһының өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеү өсөн транспортығыҙҙы юлда коммуналь хеҙмәткәрҙәр эшенә ҡамасауламаҫлыҡ итеп ҡуйығыҙ. Ҡатмарлы хәл килеп тыуған осраҡта, һеҙ Дәүләт автоинспекцияһы подразделениеларына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в