Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2022, 13:20

Сүп-сар сығарылмаһа…

Сүп-сар өсөн  халыҡтан аҡса түләттерә беләләр, үҙҙәре граждандар ҡуйған талапты үтәмәйҙәр.

Сүп-сар сығарылмаһа…
Сүп-сар сығарылмаһа…

 

Өфө ҡалаһы Октябрь районы прокуратураһы Нуғай ауылында йәшәүселәрҙең контейнер майҙансыҡтарының булмауы, сүп-сарҙы ваҡытында йыйыштырмау һәм сығармау тураһындағы мөрәжәғәттәре буйынса тикшереү үткәрҙе. Күсмә тикшереү барышында Нуғай ауылын, Жилино  һәм Зинин ҡасабаларын контейнерҙар һәм контейнер майҙансыҡтары менән тейешенсә тәьмин итмәү асыҡланды. Санитар-эпидемиологик ҡануниәт талаптарына ярашлы, был хәлде көйләү өсөн көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуға тәғәйенләнгән 50 контейнер ҡуйырға кәрәк. Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында район прокуратураһы «Сипайлово» биҫтәһе» муниципаль бюджет учреждениеһы исеменә күрһәтмә яҙҙы, директорҙың техник мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 6.35-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса штраф формаһында административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Әммә асыҡланған етешһеҙлектәр бөтөрөлмәгән һәм шуның менән бәйле Октябрь районы прокуратураһы Октябрь районы судына өҫтәмә  контейнерҙар ҡуйыуҙы талап итеп, дәғүә ғаризаһын ебәрҙе.

Өфө ҡалаһы Октябрь районы суды ҡарары менән район прокуратураһының дәғүә ғаризаһы тулы күләмдә ҡәнәғәтләндерелде.

Наилә ШӘМИҒОЛОВА, Өфө ҡалаһы Октябрь районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: