Дөйөм алғанда, исемлектә Рәсәй төбәктәре етәкселәре һаны өс тиҫтәләп. Калининград, Ырымбур, Һамар, Свердловск өлкәләре губернаторҙары ла бар, Рәсәй Хөкүмәте ағзалары, эшҡыуарҙар, банк вәкилдәре лә. Был хаҡта "Башинформ" агентлығы яҙа.
Хәйер, Радий Хәбиров Көнбайыш санкцияһына элегерәк эләккәйне инде. Быны ул тура эфирҙа журналистар менән аралашыуында шулай тип аңлатты: «Был бер уйын кеүекме икән? Персональ санкцияларҙың мәғәнәһе юҡ. Белмәйем, сәйәси мәғәнәһе нимәлә? Моғайын, исемлеккә үҙ позициямды асыҡ белдергән өсөн эләккәнмендер: эйе, мин - "путинсы". Һәм бының менән ғорурланам. Беҙҙең ил Көнбайышҡа ҡаршы торғанда айырыуса».