Бәйгелә 12 кеше ҡатнашып, гран-приҙы Асҡарҙан Резида Шаһимәрҙәнова яуланы. 1-се урынды Гөлнара Замалетдинова (Атауҙы ауылы) алды. Йәмилә Ғабдуллина (Күсем), Зилфирә Аҡмырҙина (Юлдаш) икенсе урынға лайыҡ булды. Өсөнсө урын Мәүлидә Камалова (Дәүләт), Сара Килдейәрова (Красная Башкирия), Вәсилә Суфьяноваға бирелде (Тупаҡ).
"Сая" номинацияһы - Нәсимә Фәхретдиноваға (Мәйгәште), "Ҡупшы" номинацияһы - Гөлсәсәк Кейекҡужинаға (Ҡырҙас), "Етди” номинацияһы - Светлана Истамғоловаға (Целинный), "Мөләйем” номинацияһы - Нәфисә Бәшәроваға (Тал-Ҡусҡар), "Баҫалҡы” номинацияһы Финүзә Шаһиеваға (Ишҡол) тапшырылды.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Күркәм сараны ойоштороусыларға ла, ҡатнашыусыларға ла афарин!
Фото: abzelil-kultura.ru