Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2022, 17:15

Баланы етем иткән ҡәбәхәт...

15 ноябрь кисендә Өфө полицияһына 34 йәшлек ҡатындың юғалыуы тураһында ғариза килә. Пенсионер әсәнең һүҙе буйынса, Жуков урамында йәшәгән ҡыҙы балаһын өйөндә ҡалдырып, төндә ҡайҙалыр сығып китә. Көндөҙ, моғайын, эштә булғандыр, тип уйлаған әсә ҡыҙы кисен ҡайтмағас, бәйләнешкә лә сыҡмағас, борсола башлай, шуға ла полицияға мөрәжәғәт итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре йәш ҡатындың такси саҡыртҡанын асыҡлай. Шофер менән һөйләшкәс, ҡатындың Имашев урамындағы йортҡа килеүен беләләр...

Баланы етем иткән ҡәбәхәт...
Баланы етем иткән ҡәбәхәт...

Артабан тикшереү барышында ҡатындың ҡуртымға бирелгән фатирға инеүен асыҡлайҙар. Фатир хужаһын саҡыртып, ишекте асып инәләр. Фатир эсендә юғалған йәш ҡатындың мәйете ятҡан була.

Экспертиза күрһәтеүенсә, уны һығып үлтерәләр. Оператив-эҙләү саралары һөҙөмтәһендә ҡатынды үлтереүсене эҙләп табып, алдан хөкөм ителгән 33 йәшлек ирҙе Ҡырмыҫҡалы районында ҡулға алғандар.

Асыҡланыуынса, ҡатын ошо таныш ир менән осрашыуға килә. Ҡуртымға алынған фатирҙа улар араһында ғауға ҡуба (ҡатын кредитҡа һатып алып биргән телефонды ир ломбардҡа тапшырып, бурысты ҡайтарырға ашыҡмай). Ныҡ көйгән ҡатынға ир ҡапыл асыуланып, уны һыға башлай. Ҡатынды үлтергәнен аңлағас, әйберҙәрен алып, ҡаса...

Уға ҡарата енәйәт эше асылған.

Фото: Өфө ҡалаһы буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: