- Фотоларҙан гирлянда
Үтеп барған йылдың иң яҡшы, иң күңелле, иң ҡыҙыҡлы фотоларын һайлап алып, ҡағыҙға сығарығыҙ. Стенаға гирлянданы шыршы формаһында беркетегеҙ һәм шуға ваҡ ҡыҫтырғыстар (прищепка) ярҙамында фотоларҙы элеп сығығыҙ.
- Түшәм аҫтындағы шарҙар
Шарҙар, ҡағыҙҙан ҡырҡылған ҡар бөртөктәре, серпантинға ептәр бәйләгеҙ. Артабан уларҙы түшәм аҫтына горизонталь рәүештә һуҙылған ҡармаҡ ебенә нығытығыҙ. Түшәм аҫтында осоп йөрөгәндәй тойолған биҙәүестәр байрам кәйефен өҫтәйәсәк.
- Фигуралы гирляндалар
Был биҙәктәр өсөн йыуыла торған маркер һәм сымға эленгән ваҡ гирляндалар кәрәк. Тәҙрәләргә маркер менән эре итеп йондоҙҙар, шыршы, ҡар бөртөктәре фигураларын яһағыҙ. Гирлянданың сымдарын кәрәгенсә бөгөп һүрәттәрҙең контуры буйлап скотч менән йәбештерегеҙ.
- Боҙ эсендәге уйынсыҡтар
Был ысул менән йортто тыштан биҙәйбеҙ. Форманы 1-2 см еткермәйенсә һыу менән тултырып туңдырығыҙ. Һуңынан боҙ өҫтөнә балалар төрлө ваҡ уйынсыҡ, төҫлө сәйлән, стразалар һалһын. Форманың бер ситенән таҫманан элмәк эшләп, барыһын да тағы һыу менән тултырып туңдырығыҙ. Туңғас, боҙло уйынсыҡты форманан сығарып тәҙрә тышына йә өй алдына элергә була. Ошондай уҡ ысул менән һыуҙы акварель буяуҙар ярҙамында төрлө төҫтәргә буяп туңдырырға мөмкин.
- Яҡтыртылған фигуралар
Ҡалын ҡатырғанан фигуралар эшләгеҙ. Мәҫәлән, өй, урман, сана, ҡыңғырауҙар. Фигураларҙа ҡатырғаны ҡырҡып, өй икән – тәҙрәләр, ишек уйығыҙ, ҡыңғырауҙарҙа биҙәктәр эшләгеҙ. Фигураларзың аҫҡы мөйөштәрен баҫып торорлоҡ итеп шундай уҡ ҡатырғаға йә фанераға беркетегеҙ. Фигуралар артына диодлы лампалар йә гирляндалар һалып сығығыҙ. Быларҙың барыһын да шыршы аҫтына йә буш стена буйына теҙеп ҡуйырға була. Кис лампаларҙы йә гирляндаларҙы тоҡандырһағыҙ, бик матур буласаҡ.
- Ҙур ҡар бөртөктәре
Был биҙәктәр бер төҫлө фонда бик матур күренә. Ватмандан һырлап ҡар бөртөгө ҡырҡығыҙ, стенаға йәбештерегеҙ. Стена аҡ булһа, ҡар бөртөгөн балаларға төрлө төҫкә буярға ҡушығыҙ.