Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2022, 17:00

Балаларға Ҡыш бабай бүләген нисек тапшырырға?

Баланың мөғжизәгә ышаныуын оҙаҡҡараҡ һуҙырға теләһәгеҙ, Ҡыш бабай бүләген уның ышанысы ҡаҡшамаҫлыҡ итеп тапшырырға кәрәк. Ҡайһы саҡ Ҡыш бабайҙы өйгә саҡырырға мөмкинлек булмай. Ләкин беҙ, ата-әсәләр, унһыҙ ҙа бүләкте тапшырыуҙың әллә нисә ысулын таба алабыҙ. Сайтта яҙҙыҡ. 

Балаларға Ҡыш бабай бүләген нисек тапшырырға?
Балаларға Ҡыш бабай бүләген нисек тапшырырға?

Мәҫәлән:
- Ҡыш бабай исеменән бүләктең ҡайҙа икәнлеген күрһәтеп, үҙе тапшыра алмағанына ғәфү үтенеп, сәбәптәрен күрһәтеп (боландары ауырып киткән, поезға һуңлаған, үҙе сырхап тора һәм башҡалар), хат яҙабыҙ. Конверт эсенә шыршы ботағын йә энәләрен һалабыҙ. Ылыҫ еҫе аңҡып торған хатты туңдырғысҡа урынлаштырабыҙ.
- Хәҙер баланың исеме менән эшләнгән видеоҡотлауҙарҙы интернет сайттарынан табырға йә онлайн сервистарҙан заказ эшләргә була.
- Бала өйҙә булмағанда берәйһен Ҡыш бабай булып кейендерегеҙ ҙә, бүлмәһе, шыршы йә тәҙрә фонында бергә селфи эшләгеҙ. Фотоны ҡағыҙға сығарып бүләк менән бергә балаға тапшырығыҙ.
- Күршегеҙ менән һөйләшеп ҡуйығыҙ: ул бала өйҙә булғанда ишек төбөндә бүләкте ҡалдырып зыңғырлаҡҡа баҫырға тейеш. Бүләк өҫтөндә Ҡыш бабайҙың ашығыс сыймаҡлаған хатын да («ҡар яуҙырып, буран уйнатырға, һалҡын елдәрҙе туҡтатырға, тәҙрәләргә һүрәт төшөрөргә ҡабаланам») ҡалдырырға була.
- Аш бүлмәһендә йә баланың бүлмәһендә күренгән урында, бүләк эргәһендә ҡыҙыл төймә йәки эсендә 2-3 кәнфит ятҡан Ҡыш бабайҙың ҡыҙыл бейәләйен ҡалдырығыҙ.

Автор:Гөлназ Хужахмәтова
Читайте нас: