Был БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башланғысы ине. 2021 йылдың "Ғаиләләргә һәм балаларға дуҫ ҡала"һы исемен Яңауыл алды.
Ошо көндәрҙә быйылғы конкурс буйынса йомғаҡлау ултырышы үткән. Социологик һорашыуҙарҙа республиканың 20 ҡалаһы халҡы ҡатнашҡан, барлығы 79 мең респонденттың яуабы тикшерелгән.
"Дуҫлыҡ индексы" алты параметр буйынса иҫәпләнә: һаулыҡ, балалар хәүефһеҙлеге, балаларҙы яҡлау, мәғариф, ҡала мөхите, ял һәм мәҙәниәт.
2022 йыл еңеүсеһе тантаналы рәүештә февралдә иғлан ителәсәк, тип яҙа БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.