Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабря 2022, 07:15

Янғында ир кеше һәләк булған...

Өфөнөң Калинин районындағы ике ҡатлы йортта сүп-сар янған. Утты һүндереү барышында ир кешенәң кәүҙәһе табылған, уның шәхесе асыҡлана.

Янғында ир кеше һәләк булған...Янғында ир кеше һәләк булған...
Янғында ир кеше һәләк булған...

Уҙған тәүлектә 28 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың 8-һе шәхси секторҙа булған (Әбйәлил районында комбайн янған, Краснокама районында бер ауылда - һарай, икенсе ауылда йорт янған, Яңауылда, Стәрлетамаҡта автомобилдәр тоҡанған, Ишембайҙа мунса түбәһе янып киткән, Ғафури районында - ҡаралты. Өфөлә күп ҡатлы йортта подъезда - электр сымы, административ бинала елләтеү торбаһы янған, Дыуан ауылында - мунсаны, Әбйәлил районы Таштимер ауылында йортто ут ялмаған һ.б.)

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас