-2 °С
Ҡар
Асыҡланыуынса, иҫерек ир ҡатынды йорт янындағы балалар майҙансығында туҡмаған. Ул хәләл ефетенең сәстәренән тотоп алып, көс менән ситкә һөйрәй башлаған, һуңынан бер нисә тапҡыр йоҙроғо менән уның башына һуҡҡан, һөҙөмтәлә ҡатын йығылған, ә ир аяғы менән уның эсенә типкән.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Суд уны йыл ярым дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты.
Фото: Т. Аманов