“Көндөң иң төп темаһы – Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе.
Йыл һөҙөмтәләре барланды, киләсәккә пландар билдәләнде. Республика етәксеһе социаль тармаҡҡа һәр саҡ ҙур иғтибар бирә. Был юлы ла Радий Фәрит улы социаль яҡланмаған категория граждандарына булышлыҡ итеү мәсьәләләренә ентекле туҡталды. Социаль учреждениеларға ла иғтибар буласаҡ. 140 мәктәп, тәү сиратта, ауыл мәктәптәре, ремонтлана, ФАП-тар төҙөлөшө дауам итә, граждандарға дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү ҙә камиллаштырыласаҡ.
Башҡортостан Башлығының СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүгә айырым иғтибар бүлеүе мөһим.
Төҙөкләндереү мәсьәләләренә ҡарата пландар ҙа ҡыуандыра.
Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраған бурыстар һәм ҡарарҙар власть органдарының яҡын йылдарға эшен билдәләүсе булып тора”.