Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2022, 16:12

Көрәш һарайы төҙөлөшө нисек бара?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили ҙур объект майҙансығында булды.

Көрәш һарайы төҙөлөшө нисек бара?
Көрәш һарайы төҙөлөшө нисек бара?

Көрәш һарайы төҙөлөшө проектына старт 2019 йылдың авгусында бирелгәйне. Ул саҡта Радий Хәбиров почетлы ҡунаҡтар менән буласаҡ бинаның нигеҙенә киләсәк быуынға хат менән капсула күмде.

Быйыл ғинуарҙа РФ Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин төҙөлөшкә федераль бюджеттан 1,1 млрд һум аҡса йүнәлтеү тураһында ҡарар сығарҙы. Декабрь башына иһә нигеҙ ҡоролоп бөттө һәм беренсе ҡатты күтәрергә тотондолар.

– Был - бик ҡатмарлы бина. Уны функциональ һәм матур итеп эшләргә тырышабыҙ. Һәр һалынған һум беҙҙең йәш быуын өсөн киң мөмкинлектәр булдырырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили былай тине:

– Өфөлә шундай ҙур үҙәк барлыҡҡа килеүенә күңел шатлана. Ул ярыштар үткәреү буйынса халыҡ-ара стандарттарға тап килә. Был – донъя спорт көрәшен тартып тороусы урын буласаҡ.

Ул Радий Хәбировҡа ошо ҡатмарлы осорҙа ҙур проектты туҡтатмағаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Көрәш һарайы төҙөлөшө нисек бара?
Көрәш һарайы төҙөлөшө нисек бара?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: