Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабря 2022, 04:17

"Үҫеш нөктәһе" баланы үҫтерә

Быйыл Башҡортостанда тәбиғи-ғилми һәм техник йүнәлешле 216 "Үҫеш нөктәһе" үҙәге асылған.

"Үҫеш нөктәһе" баланы үҫтерә"Үҫеш нөктәһе" баланы үҫтерә
"Үҫеш нөктәһе" баланы үҫтерә
Үҙәктәр "Мәғариф" милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса булдырыла. Мәҫәлән, Шаранда ла улар бар. 1-се мәктәп уҡыусылары өс йыл инде "Робототехника", "Квадрокоптеры" кеүек түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Балалар конкурстарҙа ла еңә. Былтыр 8-се класс уҡыусыһы "АгроНТИ 2021" Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеү яулап, финал этабында лауреат булған.
"Үҫеш нөктәһе" үҙәктәре һәр баланың талантын, һәләтен асыуға булышлыҡ итә.
Фото: БР Фән һәм мәғариф министрлығынан.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас