Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2022, 11:30

Башҡорт телен уҡытыу буйынса курстар

Учалы ҡалаһында район халҡы өсөн башҡорт телен уҡытыу буйынса курстар ойошторола. Беренсе дәрес бөгөн, 15 декабрҙә, 19 сәғәттә Учалы ҡалаһы, К.Маркс урамы, 7 адресы буйынса үтә (беренсе ҡат). 

Башҡорт телен уҡытыу буйынса курстар
Башҡорт телен уҡытыу буйынса курстар

Был изге эште башларға Учалы районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәксеһе Мозафар Харис улы Ҡадиров тәҡдим иткән. 

Уҡытыу аҙнаһына бер тапҡыр туған тел мөхитенә сумыу - башҡорт телендә һөйләшеүселәр менән ирекле аралашыу форматында уҙғарыласаҡ. Курстар эшен Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары - сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының физик тәрбиә биреү буйынса етәксеһе Александр Шумков менән уҡ атыу буйынса өлкән тренер-уҡытыусы Илдар Исхаҡов контролдә тотасаҡ.

Курстарға социаль учреждение етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре яҙылған да инде.

Белешмә өсөн телефон: 8-937-839-3997.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Башҡорт телен уҡытыу буйынса курстар
Башҡорт телен уҡытыу буйынса курстар
Башҡорт телен уҡытыу буйынса курстар
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: