Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2022, 18:00

Яңы йылға шәп бүләк!

Ғафури районының Толпар ауылы халҡы Рөстәм Таһир улына һәм уның эшселәренә ҙур рәхмәттәрен еткерә. Ауылда өр-яңы иман йорто ҡалҡты. Бөгөн мәсеткә манара ултыртылған.

Яңы йылға шәп бүләк!
Яңы йылға шәп бүләк!
  • Яңы йылға төҙөлөп бөтөр тип уйлайбыҙ. Яңы йылда – яңы иман йорто. Ошонда ауылыбыҙҙан, районыбыҙҙан, тотош Башҡортостандан махсус хәрби операцияға оҙатылған егеттәребеҙгә ауыл халҡы менән доғалар ҡылырбыҙ. Балаларыбыҙға никах, бәпестәргә исем ҡуштырырбыҙ Алла бирһә. Тыныслыҡ булһын! Һаулыҡ-ғүмерҙәр бирһен Хоҙай, – тип ҡыуаныстары менән бүлешә толпарҙар.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: