Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2022, 20:30

Ҡыҙын ҡотҡарырға 850 мең һум аҡсаһын биргән

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, быйыл 67 процент рәсәйле телефон муттарына "юлыҡҡан". Һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың 26 проценты, муттар аҙнаһына бер нисә тапҡыр шылтыратып бимазалай, тип зарлана. Мутлашыусыларҙың схемалары яҡшы билдәле булһа ла, алданыусылар табылып тора. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан 81 йәшлек бабайға ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" шылтыратып: "Аварияға сәбәпсе булған ҡыҙығыҙға ҡарата енәйәт эшен ҡуҙғатмаҫ өсөн аҡса талап ителә", - тигәс, атай кеше балаһы өсөн ҡурҡып, курьерға өйөндәге 630 мең һумды тоттороп сығарған. 

Ҡыҙын ҡотҡарырға 850 мең һум аҡсаһын биргән
Ҡыҙын ҡотҡарырға 850 мең һум аҡсаһын биргән

Бабай менән һөйләшеүҙе дауам иткән енәйәтсе, тағы ла аҡсағыҙ бармы, тип һорағас, пенсионер банк картаһында 200 мең һумдан ашыуыраҡ аҡсаһы ятҡанын иҫләгән. Оло кеше шул сумманы ла банкоматтан алып, әлеге курьерға биргән.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: