Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2022, 19:34

Вуз-ара кампус төҙөлөшө буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды

Өфө ҡалаһының "Торатау" Конгресс-холында башланған халыҡ-ара сарала Башҡортостан Хөкүмәте менән "Эталон" девелопер төркөмө концессия килешеүе төҙөнө.

Вуз-ара кампус төҙөлөшө буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды
Вуз-ара кампус төҙөлөшө буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды

Документ донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусын төҙөү һәм эксплуатациялау тураһында. БР Башлығы Радий Хәбиров янында килешеүгә БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Рөстәм Моратов менән "Эталон" төркөмөнөң хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса вице-президенты Игорь Кащеев ҡул ҡуйҙы.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, беҙ кампус проекты буйынса оҙаҡ эшләнек. Был йәһәттән Рәсәй Хөкүмәте, РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы менән берлектә ярайһы ҡатмарлы юл үтелгән. Радий Хәбиров Президентҡа ла, федераль ведомстволарҙағы коллегаларға ла рәхмәт белдерҙе.

– Башҡортостандың фәне һәм юғары белем даирәһе өсөн кампус бик мөһим. Ул уҡыу, тикшеренеү, ижади эшләү өсөн уңайлы урын буласаҡ. Һәм, әлбиттә, Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән студенттарҙы йәлеп итәсәк. Беҙ мәғариф һәм фән үҫешенең яңы йүнәлешенә инәбеҙ, - тине БР Башлығы.

Проекттың концессионеры - "Кампус" йәмғиәте. Уның 70 процент өлөшө "Эталон" ("Система" АФК-һына инә) федераль девелопер төркөмөнөкө, ә 30 процентына ғилми-мәғариф үҙәгенең (НОЦ) идарасы компанияһы эйә. Килешеү 25 йылға төҙөлдө.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: