Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2022, 15:15

Водителдәр иғтибарына!

Бөрөлә Ағиҙел йылғаһы аша боҙ кисеүе асылды.

Водителдәр иғтибарына!
Водителдәр иғтибарына!

Йөк күтәреүсәнлек - 3 тоннаға тиклем, ике һыҙат, һыҙаттарҙың киңлеге 20 м., кисеүҙең оҙонлоғо 438 м.

Хөрмәтле граждандар! Боҙ кисеүе аша хәрәкәт иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ. Яйлап ҡына хәрәкәт итегеҙ, ҡапыл тормозға баҫмағыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын ысҡындырығыҙ. 

Боҙ кисеүендә туҡталырға, киҫкен хәрәкәттәр яһарға, боролорға ярамай, шулай уҡ башҡа машиналарҙы уҙыу ҙа тыйыла. Томан мәлендә боҙ кисеүе аша йөрөү кәңәш ителмәй.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в