Коллектив 1947 йылда барлыҡҡа килгән. Уның репертуары бик бай. Бөгөн оркестр марш, вальс менән бер рәттән заманса йырҙар ҙа башҡара. Ҡаланың бөтә сараһында ҡатнаша. Йәй көнө паркта сығыш яһай. Оркестрҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрит Харисов етәкләй. Юбилей концерты В. Маяковский һүҙҙәренән "А вы ноктюрн сыграть могли бы?" тип аталды. Халыҡҡа был сара бик оҡшаны.
Фото: Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән.