– Радий Хәбировтың быға тиклем булған Мөрәжәғәтнамәләрен ҡарап, тыңлап, ул ҡуйған мәсьәләләрҙе күҙәтеп барам. Был юлы Башлыҡтың сығышында, әлбиттә, быйылғы бөтә илгә ҡағылышлы ваҡиға – махсус хәрби операция темаһы ла күтәреләсәк, тип уйлайым. Беҙҙең етәкселек СВО-ла ҡатнашыусы егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙе төп бурыс һанай. Республикабыҙ был йәһәттән беренсе тиергә була, 30-ға яҡын төр ярҙам сараһы ҡаралған. Улар уңышлы ғына ғәмәлгә ашырыла. Минеңсә, Мәрәжәғәтнамәлә Радий Фәрит улы шул турала ла һөйләйәсәк. Бәлки, ҡайһы бер сараларҙы көйләргә, үҙгәртергә йә тағы ла өҫтәргә кәрәктер.
Икенсенән, донъяла ҙур үҙгәрештәр процесы бара. Ул беҙҙең Рәсәй иҡтисадына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Беҙҙең республика иҡтисады ла үҙгәреш кисерә, ниндәйҙер кимәлдә реформалар бара. Киләһе йылдарҙа ошо иҡтисад структураһы ҡайһы яҡҡа үҙгәрергә тейеш, ниндәй сара күрәсәкбеҙ, ҙур һәм бәләкәй бизнес вәкилдәре менән нисек эшләргә, ул тармаҡҡа ниндәй ярҙам күрһәтергә – ошо һәм шундайыраҡ мөһим мәсьәләләр ҙә күтәрелмәй ҡалмаҫ.
Егеттәребеҙгә ярҙам итеү, социаль бурыстарҙы үтәү өсөн финанс кәрәк. Был юҫыҡта республикаға инвестиция йәлеп итеү мөһим.
Унан килеп, донъя иҡтисады үҙгәргән осорҙағы яңы мөмкинлектәр тураһында ла һөйләр тип уйлайым.