Сәләмәтлек – иң ҙур байлыҡ. Байрамдарҙа ла иң күп яңғыраған теләк – тап сәләмәтлек. Билдәле, байлыҡ булған ерҙә төрлө яңылышыуға ла урын табыла. Миңә, мәҫәлән, интернетҡа ингән һайын һаулыҡҡа бәйле берәй “лайфхак”, йәғни кәңәш эләгә. “Айбулат асыҡлай”ҙың сираттағы сығарылышында табиптар менән бергә ошо ысулдарҙың дөрөҫлөгөн барларбыҙ.
Мәҫәлән, тауыш юғалғанда “ашығыс ярҙам”ды нисек саҡыртырға? Ҡарлыҡҡанда үҙ-үҙеңә ярҙам итеп буламы? Шулай уҡ үҙәк көйгәндә, сиҡылдағанда организмды көйләү, тәндәге төрлө “нөктә”ләрҙе ыуалау файҙаһы. Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты декабрь сығарылышында табырһығыҙ.
Етеп килгән яңы йылды сәләмәт ҡаршы алыу өсөн төрлө осраҡҡа әҙер булырға кәрәк. Саф һауала йөрөргә, лимонлап йылы сәй эсергә һәм ҡоротлап аш ашарға онотмайбыҙ.
"Айбулат асыҡлай" тапшырыуының сираттағы сығарылышы 14 декабрҙә көндөҙгө 12-се 15 минутта эфирға сыға. Аҙаҡ уны подкаст рәүешендә “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Юлдаш” радиоһы 105.5 FM” төркөмөндә һәм bash.news сайтында тыңларға мөмкин.
Айбулат СӘСӘНБАЕВ.