Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе билдәләүенсә, Башҡортостан башҡорт телен үҫтереүҙең тарихи, мәҙәни үҙәге булып тора.
Парламент Рәйесе шулай уҡ педагогтарҙы байрам менән ҡотланы, республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләне һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Өфө ҡалаһынан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Дүртөйлө, Хәйбулла райондарынан педагогтар бар. Уҡытыусыларҙы тәбрикләүҙә шулай уҡ парламенттың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин, Комитет рәйесе урынбаҫары Әлфис Ғаязов, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов ҡатнашты.
Осрашыу аҙағында сәй өҫтәле артында башҡорт телен уҡытыуҙың һәм үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙар булды, тип хәбәр итәләр Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.