Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2022, 16:30

Көнсөлдәргә көнөң ҡалһа - эшең харап...

Сибайҙа ирле-ҡатынлы ял көнөндә спиртлы эсемлек эскәндә, ҡатын ирен кемдәндер ҡыҙғанып, ғауға ҡуптарған. Асыуына баш була алмай, ул иренә бысаҡ менән сәнскән. 

Көнсөлдәргә көнөң ҡалһа - эшең харап...
Көнсөлдәргә көнөң ҡалһа - эшең харап...

Ни эшләгәнен аңлағас, ҡапыл айынып киткәндер инде, ғауға шунда уҡ тымған. Үҙ-ара килешеп, яраны бәйләгәндәр. Тик ике көн үткәс ирҙең хәле ауырайған һәм ул медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Табиптар был турала полицияға хәбәр иткән. 

Ир, урамда осраҡлы кеше сәнсте, тип ҡатынын араларға маташһа ла, хәләл ефете үҙ ғәйебен таныған. 

Һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү дауам итә. Ҡатын бер ҡайҙа ла китмәү, үҙен тәртипле тотоу тураһында ҡултамға биргән.

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: