Максим Забелин социаль селтәргә былай тип яҙған:
“Башҡортостан халҡына, шулай уҡ төбәктең иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индергән предприятиеларға мобилизацияланыусылар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусығыларға ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдереүҙән туҡтамайыҡ. Халыҡ йылы әйберҙәр бәйләй, махсус автомобилдәр әҙерләй, махсус техника һәм төҙөлөш материалдары һатып ала, үҙ умарталыҡтарынан бал тапшыра. Иң мөһиме, эскерһеҙ һәм ихлас эшләйҙәр.
Бөгөн ирекмәндәрҙе, предприятие коллективтарын һәм етәкселәрен Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнек. Йәнә уларға: «Рәхмәт» тибеҙ!”
Фото: vk.com (Максим Забелин)