Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2022, 10:30

Иғтибар! Шишмә районының бер ҡасабаһында хайуандар ҡотороуы сире буйынса карантин!

Шишмә эшселәр ҡасабаһында хайуандарҙың ҡотороу сире буйынса карантин индерелгән. БР Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле указ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең порталына һалынған

Иғтибар! Шишмә районының бер ҡасабаһында хайуандар ҡотороуы сире буйынса карантин!
Иғтибар! Шишмә районының бер ҡасабаһында хайуандар ҡотороуы сире буйынса карантин!

 Карантин 9 декабрҙән эпизоотик усаҡта - Дуҫлыҡ урамы, 4 адресы буйынса урынлашҡан И.М.Ниғмәтуллиндың шәхси хужалығында һәм ҡасабаның бар биләмәһендә индерелде. 

Тыйыу сараларын рәсми рәүештә сискәнсе карантинлы урынға эт-бесәйҙәрҙе индереү, ҡыр хайуандарын тотоу һәм уларҙы ситкә сығарыу ярамай. Район власына белгестәр менән ҡурҡыныс эпизоотик сирҙең барлыҡҡа килеүен асыҡларға һәм уны юҡ итергә саралар күрергә ҡушылған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в