Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2022, 19:23

Химия сәнәғәтенә арналған гранд-секция ултырышы үтте

Өфөлә бөгөн асылған халыҡ-ара "Бизнес аҙналығы" форумында химия сәнәғәте үҫеше, республикала ошо тармаҡта инвестиция проекттары мәсьәләләренә арналған махсус ултырыш ойошторолдо. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Химия сәнәғәтенә арналған гранд-секция ултырышы үтте
Химия сәнәғәтенә арналған гранд-секция ултырышы үтте

«Торатау» Конгресс-холында башланған эшлекле осрашыуҙағы гранд-секцияла «БСК» Рәсәйҙең химия сәнәғәте флагманы» темаһы ҡаралды.

Радий Хәбиров республика менән хеҙмәттәшлек итеүсе нефть һәм газ предприятиелары етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

- Экономическая и социальная стабильность Башкортостана тесно связана с эффективной работой наших крупнейших предприятий. И мы очень признательны коллективам наших флагманов нефтегазовой и химической отраслей за огромный труд в непростых современных условиях. Это в первую очередь «Башнефть» и «Башкирская содовая компания». Благодаря вам мы выполняем две важнейшие задачи – обеспечение развития экономики и поддержка Вооружённых сил России. С вашим участием мы смогли охватить заботой семьи военнослужащих, которые сегодня защищают нашу Родину. Низкий вам поклон за неоценимую помощь! - тине республика етәксеһе.

Ултырышта Рәсәйҙең химия сәнәғәте үҫешенең заманса йүнәлештәре тикшерелде, импортты алмаштырыу барышы буйынса фекер алышыу уҙҙы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в