- Уҙған йылда беҙҙең форумдың партнеры Ҡаҙағстан ине. Ошо матур йоланы дауам итәбеҙ. Быйыл форумдың партнеры - Беларусь. Был илдәр менән иң һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм стратегик яҡтан бәйләнештәр үҫешә. Бергәләп бик күп мөһим проекты ғәмәлгә ашырабыҙ. Сит илдәге коллегаларыбыҙҙы сәләмләйем, улар еңел булмаған һайлау яһаған, ләкин беҙҙең менән бергә. Бөгөн Өфөлә донъяның 20 иленән вәкилдәр бар. Республикабыҙ сәнәғәте флагмандарына рәхмәт әйткем килә. «Газпром», «Башнефть» компанияларының, Башҡортостан сода компанияһының, Ростех предприятиеларының һөҙөмтәле эшенән тыш республика бындай уңышлы булмаҫ ине. Ошо йылдарҙа беҙ һөҙөмтәле эшләүебеҙҙе, һүҙҙә тора белеүебеҙҙе раҫлай алдыҡ, тип ышанам. Бизнес аҙналығы барыһы өсөн дә файҙалы булыр тип уйлайым, - тине Радий Хәбиров.
Форум өс көн дауамында үтә.
14 декабрҙең көн темаһы – "Технологическое развитие. Обгоняя вызовы"
15 декабрҙә – "ШОС. Созидательная повестка международных отношений"
16 декабрҙә – "Новая формация экономических приоритетов России".
Фото: "Башинформ"