+11 °С
Болотло
Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалып, тәрбиәгә йә патронат ғаиләгә бирелгән балаларҙы ҡараған өсөн пособие 2023 йылдың 1 ғинуарынан арта. Министрлыҡ мәғлүмәте буйынса, әле республикала 10,5 мең шундай бала бар.
Индексация өсөн финанс бүлеү "Башҡортостан Республикаһының 2023 йылға һәм 2024, 2025 йылдарҙың план осорона бюджеты тураһында"ғы республика законында ҡаралған. Әлеге ваҡытта өс йәштән кесерәк етем балаларҙы ҡараусылар - 7143, өс йәштән өлкәнерәктәрҙе ҡараусылар 6868 һум ала. Инвалид баланы ҡарауға 8571 һәм 8242 һум түләнә.