Бынан Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһы коллективы ла ситтә тороп ҡалмаҫҡа булды. Беҙҙең маҡсат - СанПин ҡағиҙәләренә ярашлы өҫтәлдәр һәм ултырғыстар алыу.
Программала ҡатнашыу йәһәтенән аңлатыу эштәре алып барыла, педагогик коллектив, инициатив төркөм, балалар һәм ата-әсәләр менән берлектә йыйылыштар, осрашыуҙар, хәйриә концерттары, йәрминкәләр үткәрелә. Ошо тырышлығыбыҙ алдыбыҙға ҡуйған маҡсатты ғәмәлгә ашырыр тигән өмөттәбеҙ.
Резеда Мөхәмәтшина, тәрбиәсе.