Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2022, 15:30

35 кеше эвакуацияланған

Бөгөн төш мәлендә Өфөнөң Ленин урамындағы бинала елләтеү торбаларының тышҡы өлөшө янып киткән. Төтөн тулған бина эсенән янғын һүндереүселәр 35 кешене алып сығып, утты һүндергән.

35 кеше эвакуацияланған
35 кеше эвакуацияланған

Уҙған тәүлектә республикала 23 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың туғыҙы шәхси секторҙа теркәлгән (Учалы районының Миндәк ауылында, Яңауыл, Өфө, Октябрьский ҡалаларында, Белорет районының Асы ауылында, Иглин районының Иглин ауылында).

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в