Кәрәк: 0,5 кг сифатлы зефир, 350 мл ҡуйыртылған һөт, 300 г печенье, 150 г сәтләүек (йәнегеҙ теләгәне), бер ус туңдырылған еләк (шулай уҡ теләгәнегеҙҙе алырға мөмкин), 120 г аҡ май.
Әҙерләү: Ялпаҡ тәрилкәгә печеньены һәм сәтләүекте ваҡлап йәйергә. Өҫтөнә 1 – 1,5 см ҡалынлығында пластинкалап киҫелгән зефирҙы һалып, май менән ҡуйыртылған һөттән туғып яһалған кремды һөртөргә. Өҫтөнә еләк, ваҡланған печенье, сәтләүек һәм улар өҫтөнә крем һыларға. Аҙыҡ-түлек бөткәнсә шулай сиратлап өйөргә.
Тәмле булһын!