Хоҡуҡ һаҡсылары Байғаҙы ауылынан 4 саҡрым алыҫлыҡта енәйәт урынында 54, 38, 35 йәштәге өс ирҙе ҡулға ала һәм бүлеккә алып китә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быға тиклем хөкөм ителгән 54 йәшлек ирҙең һунар итеү өсөн лицензияһы булмаған, ләкин был уға урманға килергә ҡамасауламаған. Ул айыуҙың өңөнә юлыға һәм мөмкинлекте файҙаланырға ҡарар итә. Енәйәтсе хайуанды атып үлтергән, ләкин түшкәһен бер үҙе бүлә алмаған. Ир түшкәне бүлешергә таныштарын саҡыра, ләкин улар башланған эште тамамлай алмай.
Ирҙәр үҙ ғәйебен таныған. Тентеү барышында полиция ике һунар ҡоралын, 20-нән ашыу патронды, бысаҡ һәм хайуан түшкәһен тартып алған.
Енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.
Фото: Т. Аманов